ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
21 Ноябрь 2025, 16:08

Боронғоса кәбеҫтә тоҙлайыҡ

Витаминлы ризыҡ яҙға тиклем етерлек булһын

Боронғоса кәбеҫтә тоҙлайыҡБоронғоса кәбеҫтә тоҙлайыҡ
Боронғоса кәбеҫтә тоҙлайыҡ

Элек өләсәйҙәрҙең ысулы буйынса кәбеҫтә тоҙлау рецебын тәҡдим итәбеҙ. Тәүҙә кәбеҫтәне ваҡлап, матурлап турайбыҙ. Аҙаҡ һуты сыҡҡансы ҡул менән ыуалайбыҙ. Уға сама менән ҡырғыс аша үткәрелгән кишер ҡушабыҙ. Өс литрлы банка кәбеҫтәгә  өймәй генә өс аш ҡалағы тоҙ китә. Уны һалып бутағас, кәбеҫтәне тыңҡыслап банкаға тултырабыҙ. Бер тәүлек өйҙә тотҡандан һуң һалҡын урынға күсерәбеҙ.

Быйыл кәбеҫтә ныҡ уңды. Яҙғылыҡҡа етерлек итеп кәбеҫтәне тоҙлап ҡуяйыҡ әле.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас