ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
10 Ноябрь 2025, 10:11

Баландан файҙалы кеҫәл (кисель)

-

Балан һис шикһеҙ бик тә файҙалы емеш. Ул һыуыҡ тейеүҙән һаҡлай. Бындағы С витамины ла бында бик күп. Шулай уҡ был кеҫәлде эскән саҡта тәнебеҙ тынысланып, ирәйеп, йоҡомһорап китер. Йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта.

 

Ә бына кемдәр эс ҡатыу, ҡуйы ҡанлылыҡ менән яфалана, был кеҫәлдән баш тартырға тәҡдим ителә.

 

Рецепт:

 

150 гр балан һутына 300 гр шәкәр, 120 гр картуф крахмалы һәм 2 л һыу алына.

 

Һутты һыу менән иҙеп, эҫетеп алығыҙ. Унан һыу менән иҙелгән крахмалды өҫтәгеҙ. Йәнә шәкәр ҡушып болғата-болғата ҡайнатығыҙ ҙа уттан алығыҙ.

 

Әҙер кеҫәл өҫтө пленка менән ҡапланмаһын өсөн саҡ ҡына шәкәр һибергә мөмкин.

 

Сығанаҡ: Башдонъя

Автор:
Читайте нас