Ҡош-ҡорт өмәләре көҙ мәленең иң күңелле мәлдәре. «Ҡыш бауыры оҙон», тип йыллыҡ ризыҡ хәстәрләп кинәнәбеҙ. Сиратҡа яҙылып, оло ҡәнәғәтлек кисергән туған-тумасалар, күршеләр, дуҫ-иштәр барыһы ла ең һыҙғанып эшкә тотона. Күстәнәскә, һатыуға, балаларға, ҡунаҡ табынына, барыһын теүәлләп, береһенән бере тос, һимеҙ өйрәк-ҡаҙҙар һыуытҡысҡа оҙатыла.
«Аяғың тыпылдамаһа, ауыҙың шапылдамаҫ», тигәндәй уңған хужабикәләргә тәмле ҡаҙ ҡыҙҙырыу рецептын тәҡдим итәбеҙ.
- Уңайлы һауытҡа ҡаҙҙы, 1 пачка тоҙҙо һалабыҙ, ҡаҙ ҡапланғансы һыу ҡоябыҙ. Тоҙ күп тип борсолмағыҙ, ҡаҙ уны кәрәгенсә генә һеңдерә.
- Икенсе көндө ҡаҙҙы алып ҡоротабыҙ.
- Соус әҙерләйбеҙ: майонез, аджика, ҡырғыстан үткәрелгән һарымһаҡ, шәшлек тәмләткесе, ҡара борос һалып яҡшылап болғатабыҙ. (барлыҡ ингридиенттарҙың күләмен үҙегеҙ самалайһығыҙ). Ҡаҙҙы төрлө ерҙән тишкесләп алғас, соус менән эсле-тышлы яҡшылап ыуабыҙ. Ҡаҙҙың эсен алма, картуф, ҡара емеш йәки әфлисун менән тултырып, тегәбеҙ. Ҡаҙҙы рукавҡа тығып, 150-180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала яҡынса 2,5-3 сәғәт бешерәбеҙ. Бешергә бер сәғәт ваҡыт ҡалғас, ҡаҙ ҡыҙарһын өсөн рукавты ҡырҡырға кәрәк.
Ризығығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын!