ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
7 Ноябрь 2025, 06:30

Ни өсөн ҡыҙҙырылған һарымһаҡ ашарға кәрәк?

Уның ысынлап та файҙаһы бармы...    

Ни өсөн ҡыҙҙырылған һарымһаҡ ашарға кәрәк?Ни өсөн ҡыҙҙырылған һарымһаҡ ашарға кәрәк?
Ни өсөн ҡыҙҙырылған һарымһаҡ ашарға кәрәк?

Уны ашап бер тәүлек үткәндән һуң да организмға тәьҫире һаҡлана. Әлеге йәшелсә организмдағы паразиттарҙы үлтерә, токсиндарҙан ҡотолорға ярҙам итә. Бының өсөн уны табала ҡыҙҙырып йәки духовкаға ҡуйып алырға кәрәк. Былай әҙерләгәндә еҫе лә булмай, файҙалы үҙенсәлектәре лә һаҡлана, тулысынса үҙләштерелә лә.Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ ҡандағы холестерин күләмен кәметә, артерияларҙы таҙарта, ҡан баҫымын көйләй, ашҡаҙан-эсәк трактын таҙарта. Ашҡаҙаны ауыртҡан кешеләргә лә зыяны юҡ. Ябығырға теләүселәргә лә уны ашарға кәңәш ителә, сөнки ул матдәләр алмашын яҡшырта. Һарымһаҡты ашағандан һуң күп итеп һыу эсегеҙ. Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.

 

Автор фотоһы.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Автор:
Читайте нас