ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
31 Октября 2025, 09:15

Ҡабаҡҡа ҡарабойҙай һәм ит тултырып...

Ишембайҙан уңған хужабикә шәп рецепт тәҡдим итә. 

Ҡабаҡҡа ҡарабойҙай һәм ит тултырып...Ҡабаҡҡа ҡарабойҙай һәм ит тултырып...
Ҡабаҡҡа ҡарабойҙай һәм ит тултырып...

Ҡабаҡтан төрлө ризыҡтар әҙерләргә мөмкин. Мәҫәлән, Ишембай районы Алаҡай ауылынан Сәлимә Герасименко уға ҡарабойҙай менән ит тултырылған бик тәмле аҙыҡ тәҡдим итә. Һеҙ ҙә уныңса бешереп ҡарағыҙ әле.

- Тана итен, һуған, кишер, тоҙ, борос һалып  ҡыҙҙырҙым. Ит бешеп сыҡҡансы тоторға кәрәк. Ҡарабойҙайҙы айырым бешерҙем. Аҙаҡ ит менән ҡарабойҙайҙы бергә ҡушып бутаным.

Ҡабаҡтың эсен тәүҙә орлоҡтарынан таҙарттым. Ҡарабойҙайға ҡушырға эске ашай торған өлөшөн дә алдым. Ағып сыҡмаһын өсөн, ике сантиметр тирәһе ҡалғандыр. Ҡабаҡты ла турап итле ҡарабойҙайға ҡуштым. Артабан был ҡатнашманы ҡабаҡ эсенә тултырҙым. Ярты стакан тирәһе һыу, әҙерәк аҡ май һалдым. Өҫтөнән ҡырҡыс аша үткәрелгән сыр менән ҡаплап ҡуйҙым. Иң һуңынан ҡабаҡтың үҙенең ҡапҡасы менән ябып, духовкаға бешерергә ултырттым.

Яҡындарым бик яратып ашаны. Файҙалы ла, тәмле лә, - ти аш-һыу оҫтаһы.

Фото: Сәлимә Герасименконыҡы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева

Ҡабаҡҡа ҡарабойҙай һәм ит тултырып...
Ҡабаҡҡа ҡарабойҙай һәм ит тултырып...
Автор:
Читайте нас