ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
28 Октябрь 2025, 06:00

Сөгөлдөр менән кәбеҫтәнән тәмле ризыҡ

Сөгөлдөр менән маринадланған кәбеҫтә ашағанығыҙ бармы? Өс көндән әҙер була.

Сөгөлдөр менән кәбеҫтәнән тәмле ризыҡСөгөлдөр менән кәбеҫтәнән тәмле ризыҡ
Сөгөлдөр менән кәбеҫтәнән тәмле ризыҡ

Сөгөлдөр менән маринадланған кәбеҫтә ашағанығыҙ бармы? Бик тәмле була. Кемдеңдер хатта ауыҙынан һыу ҡойолоп китте...

Ингредиенттар:
* 2 кг кәбеҫтә
* 2 эре кишер
* 1 эре сөгөлдөр
* тәменә ҡарап һарымһаҡ, әсе борос.

Маринад өсөн:
* 1 л һыу
* 150 гр шәкәр
* 2.5 аш ҡалағы тоҙ
* 2 лавр япрағы
* 3 хуш еҫле борос
* 150 гр 9% аш һеркәһе.

Маринадты әҙерләгәндә барыһын бергә һалып ҡайнатабыҙ ҙа, ҡайнап сыҡҡас, аш һеркәһе ҡушабыҙ.

Ике килограмм ауырлыҡтағы кәбеҫтәне шаҡмаҡлап турап сығабыҙ. Ике кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Сөгөлдөрҙө эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ йә булмаһа ваҡ итеп турайбыҙ.

Хәҙер инде кәстрүлгә ҡатлап-ҡатлап һалыр кәрәк буласаҡ: башта кәбеҫтә, унан кишер-сөгөлдөр-кәбеҫтә. Һәр ҡатҡа ваҡлап туралған һарымһаҡ һибеп сығырға онотмайбыҙ. Әсе, яндырай булғанды яратыусылар әсе борос турап ҡуша ала. Бына әҙер, тип әйтһәк тә була. Эҫе маринад ҡойорға ғына ҡалды.

Тәрилкә йә йәтешерәк ҡапҡас менән баҫтырып ҡуябыҙ. Өс көндән сөгөлдөр менән маринадланған кәбеҫтәбеҙ әҙер була.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ һәм фото: "Уңған хужабикә" төркөмөнән.

 
Автор:
Читайте нас