ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
23 Октябрь 2025, 11:33

Тоҙланған кәбеҫтә яратаһығыҙмы?

-

👉Тоҙланған кәбеҫтәлә С витамины бик күп. Был йәһәтән ул хатта лимон менән апельсиндарҙы уҙғарып ебәрә, ти диетологтар.
👉Анемия менән яфаланғандарға итте, бауырҙы тоҙло кәбеҫтәгә ҡушып ашауҙы ғәҙәт итеп алырға кәрәк. Сөнки уларҙы бергә ашау тимерҙе үҙләштерергә ярҙам итә.

 

👉Табиптар коронавирусты үткәргән кешеләргә тоҙло кәбеҫтә ашарға ҡуша. Сөнки ундағы витаминдар хәлһеҙләнгән кешеләргә көс бирә, иммунитетты нығыта. Уның составындағы күҙәнәклек ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге өсөн һәйбәт, организмдағы шлак һәм токсиндарҙы сығара, бактерияларҙың сереүенә юл ҡуймай.
👉Кәбеҫтәнең әсегән һуты аппетитты арттыра, геморрой һәм эс күбеү ваҡытында ла файҙалы.

 

👉Көнөнә 200 г тоҙло кәбеҫтә ашау бик тә файҙалы. Ашҡаҙандың сей яраһы булған кешеләргә тоҙло кәбеҫтә ашау кәңәш ителмәй.

Сығанаҡ: Башдонъя

Автор:
Читайте нас