ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
22 Октября 2025, 09:37

Арҡа ауыртҡанда

Арҡа   ғәҙәттә остеохондроздан ауырта.  Был осраҡта дауаханалағы майҙарға ҡарағанда, өй шарттарында лавр япрағынан әҙерләнгән май нығыраҡ ярҙам итә.

 Уны әҙерләүе ҡыйын түгел. Бының өсөн бер ҡалаҡ  ваҡ ҡына итеп ваҡланған лавр япрағына бер стакан зәйтүн майын ҡойоп,  15 көн йылы урында төнәтергә. Әҙер булғас, төнгөлөккә ауыртҡан урынға ошо майҙы һөртөп, йылы итеп уранып ятырға.

 Лавр япрағының төнәтмәһе лә шифалы. Уны әҙерләү өсөн  бер балғалаҡ ваҡланған япрағына 1,5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4 сәғәт термоста төнәтергә.  Һуңынан һөҙөп, 12 сәғәттә  шуны әҙ-әҙ йотомлап эсеп бөтөргә.  Дауаланыу курсы – 4 көн.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина

Автор:
Читайте нас