

Көҙ емеше гөлйемеш.
Көҙ көнө ҡыҙғылт һары төҫлө гөлйемеште иғтибар итмәүе мөмкин түгел. Халыҡ уны әлморон тип тә йөрөтә. Ҡыҙарған емештәре усаҡтағы утлы ҡуҙҙар һымаҡ әллә ҡайҙан быҙлап балҡып торалар. Гөлйемеште август, сентябрь, октябрь айҙарында йыйып киптерергә була. Ябай ғына күренгән гөлйемештең файҙаһы бик ҙур. Халыҡ медицинаһында гөлйемеш емешенең төнәтмәһен кешелә геморрой, бронхит, атеросклероз булғанда, организм хәлһеҙләнгән ваҡытта, психик көсөргәнешлек юғары булғанда эсергә тәҡдим итәләр. Гөлйемеш емешендә С, В, Р(рутин), каротин витаминдары бар. Әммә уны артыҡ күп ҡулланырға ла ярамай. Сөнки организмда хәлһеҙлек булдырыуына һәм баш әйләнеүенә килтереүе ихтимал. Ауырлы ҡатындарға ла С витаминын артыҡ ҡулланырға кәңәш ителмәй. Сөнки гөлйемештә С витамины лимонға ҡарағанда ла әллә нисә тапҡырға күп. Ныҡ бешкән гөлйемеш емеше тиренең тиҙ ҡартаймауында булышлыҡ итә. Сит илдән килгән годжи, асаи исемле еләк-емештәрҙә шул уҡ файҙалы состав бар. Тимәк, ябай , арзан, файҙалы гөлйемеш емешен йыйып алып үҙебеҙгә кәрәк витаминдар менән организмды тулыландыра алабыҙ. Нисек төнәтмә эшләргә? Бер-ике балғалаҡ гөлйемеш емешенә 250 мл ҡайнаған эҫе һыу ҡойоп 6-12 сәғәткә ултыртып ҡуяһың. Һыу ныҡ ҡайнар булмаҫҡа тейеш. 60-80 градус булһа- етә. Быяла һауытлы сәйнүктәрҙә гөлйемеш емеше төнәтмәһенең тәме ныҡ асыҡ һәм файҙалылығы юғары килеп сыға. Һыуыҡ тейгәндә бөтнөк, шалфей, мелисса һалып ебәрергә мөмкин. Бер иш күләмдә миләш һәм гөлйемеште һалып витаминлы һут эшләп була. Ҡайһы берәүҙәр гөлйемеш емеше төнәтмәһен, тештәрҙең эмаленә зарар килтертмәү маҡсатында, магазиндарҙа һуттар эсеү өсөн һатылған нәҙек көпшә менән эсергә мөмкин, тиҙәр. Гөлйемеш емеше төнәтмәһен, һутын ике аҙнанан артыҡ эсергә ярамай. Аллергиктарға, баҫымы түбәндәргә, хроник сире булғандарға һаҡ ҡулланырға, һәр осраҡта ла белгестәр менән кәңәшләшергә ҡушалар.
Зимфира Ҡасҡынова.