ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
14 Октябрь 2025, 05:55

Һыуыҡта ярамай...

- Сатнама һыуыҡта урамға сығыр алдынан туҡ булыу мотлаҡ, сөнки һалҡында организм энергияны күп сарыф итә.

- Өшөйөм, тип артыҡ ҡалын кейенмәгеҙ. Һыуыҡта кешегә йылыныу өсөн иркен хәрәкәтләнергә лә кәрәк.

- Үтә ныҡ һалҡында урамға йәки юлға сығыуҙан тыйылып тороғоҙ.

- Танау менән генә тын алығыҙ. Ауыҙ менән тын алғанда һыуыҡ тейҙереүегеҙ ихтимал. Йүгереп йәки атлап арыһағыҙ, туҡтап ял итегеҙ.

- Һыуыҡ көндә алкоголь – ҡурҡыныс дошман. Йылыныу өсөн бер ҡасан да араҡы эсмәгеҙ.

- Алҡа, йөҙөк, сылбыр һәм беләҙекте өйҙә ҡалдырып тороу яҡшы. Улар ҡолаҡ-ҡулдарҙы өшөтә.

- Ҡыш ҡул тиреһе ҡорой һәм ярғыланып йөҙәтә. Бындай осраҡта иң һәйбәт шифа - бал. Уны таҙа тирегә һөртөргә кәрәк. Тәүҙә – үҫемлек майы, һуңынан бал һыларға. 10-15 минуттан һуң йылымыс йәшел сәй йәки башҡа үлән төнәтмәһе менән йыуып төшөрөргә.

«Йәшлек» гәзитенән.  

Автор:
Читайте нас