ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
14 Октябрь 2025, 05:49

Арҡа ауырта, быуындар һыҙлай, имгәнгән урын тынғы бирмәй...

Танышмы? Улайһа һинд табиптары уйлап сығарған дауаны төнгә ҡарай ҡулланып ҡара.

Арҡа ауырта, быуындар һыҙлай, имгәнгән урын тынғы бирмәй...Арҡа ауырта, быуындар һыҙлай, имгәнгән урын тынғы бирмәй...
Арҡа ауырта, быуындар һыҙлай, имгәнгән урын тынғы бирмәй...

Былар һиңә танышмы? Улайһа һинд табиптары уйлап сығарған дауаны төнгә ҡарай ҡулланып ҡара. Иртән яңынан тыуғандай булырһың.

Бының өсөн 50 мл кaмфора спиртын, 50 г гәрсис порошогын, 5 йомортҡаның ағын ал.

Башта камфара спиртына 50 г гәрсис һалып болғатып ал. Унан йомортҡа ағын ҡушып, ныҡлап сайҡат.

Килеп сыҡҡан ҡатнашма мазь кеүек ҡуйылыҡта булырға тейеш. Был май менән көнөнә бер тапҡыр, йоҡларға ятырҙан алда ныҡлап һеңеп бөткәнсе ыу.

Унан дымлы сепрәк менән һөртөп ал. Тән тиреһе ҡыҙарып, бер аҙ әсетеп тороуы ихтимал.

Халыҡ дауаһын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Сәләмәт булығыҙ!

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас