ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
8 Октябрь 2025, 10:45

Баландың файҙаһы

Баландағы биологик актив матдәләр ҡайһы бер ауырыуҙарҙан бик һөҙөмтәле профилактик сара һәм дауа булып тора. Әйтәйек, күптәр нервылары ҡаҡшауынан, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, атеросклероздан, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан баландың файҙаһын күрә. Баландағы С витаминының күләме алмаға, тоҙланған кәбеҫтәгә, хатта цитруслыларга ҡарағанда ла күберәк. Дауаланыу маҡсатынан баландың ҡайырыһы, сәскәһе һәм хатта орлоғон да файҙаланырға мөмкин.  

Баланда тағын каротин, К, Р витаминнары, цинк, натрий, марганец, кальций, молибден, кобальт, фосфор, никель, цирконий, титан, калий, магний кеүек микроэлемент һәм минералдар, 13 төрлө аминокислота, эфир майҙары һәм кеше организмы өсөн кәрәкле тағын бихисап файҙалы мәтдәләр бар.Ҡан яһалышы һәм яңырыуы өсөн бик мөһим булған тимер ҙә мул унда.

  • Баландың микробтарға ҡаршы тороусан, йәрәхәттәрҙе тиҙ төҙәтеүсән, бәүел һәм үт ҡыуҙырыусы, организмды нығытыу үҙенсәлегенә эйә икәнлеген фән дәлилләй. Шуға ла табиптар ангина, тонзиллит менән сирләгәндә, үпкә ялҡынһынғанда, бронхиттан интеккәндә, йүтәл бетмәй йөҙәткәндә балан сәйе эсергә кәңәш бирә.

 

  • Балан төнәтмәһе ашҡаҙан һуты әселеге түбән булғанда гастриттан файҙалы. 1-2 аш ҡалаҡ баланды иҙеп, 400 мл ҡайнар һыу ҡойорға һәм 4 сәғәт төнәтергә. Һөҙөп, көн дауамында эсергә.

 

  • Һалҡын тейеп баш ауыртҡанда, тауыш бөткәндә, йүтәл ваҡытында бал һәм балан төнәтмәһе тәҡдим итәләр. Һыуыҡ тейгәндә, йүткергәндә бер стакан балан емешенә 1 литр һыу ҡойоп, 20–30 минут ҡайнатырға, һуңынан бер стакан бал өҫтәп, көнөнә биш тапҡыр ике-өс ҡалаҡ эсергә.

 

  • Ҡан баҫымы юғары булғанда, 40 грамм емеште иҙеп, 200 грамм күләмендәге эҫетелгән балға ҡушырға һәм бер аҙға ултыртып торорға. Иҙмәне көнөнә 4–5 тапҡыр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсәләр.

 

  • Йөрәк сиренән йонсоғанда ярты стакан баланға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4–5 сәғәткә ябып ултыртып, һыуынған төнәтмәне көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә кәрәк.

 

  • Балан һуты һипкел, һытҡыларҙы бөтөрә. Тик 1:1 нисбәтендә йылы ҡаймаҡ ҡушырға һәм биткә 10–15 минутҡа яғырға кәрәк. Аҙаҡ йылымыс һыу менән йыуып, еңелсә массаж яһарға. Баландан эшләнгән битлек йыйырсыҡтарҙан, пигмент таптарынан ҡотолорға ярҙам итһен өсөн, балан емештәрен иҙеп, бер ҡалаҡ бал һалырға.

Баландан әҙерләнгән тәм-томдар сәламәтлеккә ыңғай тәьҫир итә, иммунитетты нығыта.

Әммә халыҡ медицинаһының организмға кире тәьҫире булыуы мөмкинлеген дә онотмайыҡ. Кемдең ҡан баҫымы түбән, кемдә юғары кислоталы гастрит, бөйөрөндә таш бар, шуларға баланды һаҡ ҡулланырға кәңәш ителә. Шулай уҡ подагра диагнозы ҡуйылғандарға ла һаҡсыллыҡ талап ителә. Ғөмүмән, тәбиғи дарыуҙарҙы - шифалы үлән йә йәшелсә-емеште белеп файҙаланырға кәрәк.

Халыҡ дауаханаһын ҡулланғанда табиб менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Һау-сәләмәт булығыҙ!

Интернет селтәренән алынды

Автор:
Читайте нас