

Көҙ. Тирә-яҡтың матурлығын күҙәтергә яратыусылар тәбиғәттәге сағыу төҫтәрҙең күплеген әйтер. Урманда йөрөргә яратыусылар көҙгө япраҡ еҫенең үҙенсәлеклеген аңлатыр. “Тейен ояһын бейеккә эшләгән -ҡыш йылы килер”, тиер. “Урманда миләш күп булһа-көҙ ямғырлы килер, әҙ булһа –ҡоро килер”тиеп күңеле хислеләр көҙгө ямғырҙың яуыуынан да сер табыр. Ә бына ғалимдар әйтеүенсә, көҙ етеп, ҡояш яҡтылығы кәмеү менән кеше организмы күберәк мелатонин бүленеп сығара башлай икән. Шуның өсөн дә кеше хәлһеҙләнеп, күберәк арыу тойғоһон кисерә.Бында, әлбиттә, кешенең үҙенән һәм һаулығының ныҡлығынан да тора. Әммә бер –нисә кәңәшкә ҡолаҡ һалыу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ. Көҙ көнө дөрөҫ туҡланыуға һәм ваҡытында ятып йоҡлауға күберәк иғтибарыңды бүл. Ҡояшлы ваҡытта тышта йөрө. Өй эсендә матурлыҡ тыуҙыр. Дәфтәргә, йә иһә үҙегеҙҙең көндәлек блокнотығыҙға һеҙгә тик ыңғай кисерештәр генә килтерә торған эштәрҙе яҙып сыҡ. Улар араһынан эшләй алырлығын башҡарып ҡуй. Йәйге ҡояшлы көндәрҙән һуң әлеге миҙгелдең - көҙҙөң матур, ыңғай тәьҫирле яҡтарын тап. “Сейәнең бар япраҡтары ҡойолоп бөтмәйенсә ысын ҡыш килмәҫ”, тигән халыҡ һынамышы бар. Япраҡтар ҡойолоп бөтмәгән әле. Көҙҙөң асыҡ, сағыу һары, алтын төҫтәрен күреп, һәр атҡан таңды ихлас ҡабул итеп, көнөбөҙҙө файҙалы үткәрәйек.