Өс ҡап лавр япрағын алырға. Уның береһен 10 литрлыҡ биҙрәле һыуға һалып, ҡайнатып сығарырға. Һыуҙы аяҡтар бешмәҫлек булғансы һыуытырға һәм 20 минут дауамында аяҡтарҙы ошо һыуҙа тоторға. Унан йылы ойоҡ кейергә кәрәк.
Һыуҙы түгергә ашыҡмағыҙ. Иртәгеһенә ошо уҡ һыуға икенсе ҡаптағы лавр япрағын һалып ҡайнатырға һәм кисәгесә аяҡты 20 минут тығып ултырырға. Өсөнсө ҡапты ла ошолай уҡ ҡулланырға.
Бындай дауаны ярты йыл һайын ҡабатларға мөмкин.
Халыҡ дауаһы алымдарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Аяҡ-ҡулығыҙ һыҙламаһын, сәләмәт булығыҙ!
Интернет селтәренән алынды.