ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
30 Сентябрь 2025, 11:47

Кәбеҫтәне дауа урынына

Кәбеҫтә кеше организмы өсөн файҙалы  мәтдәләргә – күҙәнәклеккә, пектиндар, шәкәр, В, Р,РР,К, U витаминдарына, органик матдәләргә, фитонцидтарға  бай. Был йәшелсәлә айырыуса С витамины күп. Әйткәндәй, ул  тоҙло кәбеҫтәлә лә яҡшы һаҡлана.

Кәбеҫтә һуты

Уны әҙерләү өсөн ит үткәргес йә һут һыҡҡысты файҙаланырға  мөмкин. Һутты ҡулланыр алдынан бер-ике көн алда ғына әҙерләргә мөмкин. Тик марля аша һөҙөргә онотмағыҙ.

Яңы әҙерләнгән кәбеҫтә һутын рәсми медицина ашҡаҙан һәм бөйән сей яраһынан, колиттан, туберкулездан һәм бауыр ауырыуҙарынан ҡулланырға тәҡдим итә.  Сей яраны дауалағанда 6 – 10 тапҡыр  кәбеҫтә һутын ҡулланыуҙан уҡ ауырыуҙың хәленең яҡшырыуы күҙәтелә,  ауыртыу баҫыла, уҡшыу бөтә.

Ашҡаҙан һәм бөйән сей яраһын дауалағанда көнөнә 5 – 6 стакан яңы һығылған кәбеҫтә һуты эсергә кәрәк. Дауаланыу курсы – бер ай.

Түбән кислоталы гастрит булғанда ла  һутты шундай уҡ күләмдә эсергә кәңәш ителә.

Аҡыл эше менән булып, мейе арығанда төшкө һөм киске аш алдынан берәр сәғәт алда  тоҙло кәбеҫтәгә көнбағыш майы ҡушып ашарға кәңәш ителә. Тоҙло кәбеҫтә һыуы эпилепсия  өйәнәген баҫа тип иҫәпләнә.

Әгәр ҙә ел һуғып, муйынды бора алмаған осраҡта бер ҡалаҡ тоҙланған кәбеҫтә һәм 3 ҡалаҡ ҡырғыстан үткәрелгән керән ҡушып, компресс ябырға мөмкин.

Кәбеҫтә япрағы асыҡ яраларҙы, экземаларҙы, янған урындарҙы һәм эренле яраларҙы дауалайҙар.

Япрағын эске яғы менән эренле яраға һалғанда, ул тиҙерәк төҙәлер.   Шулай уҡ ул һөт биҙҙәре мастопатияһынан да ярҙам итә.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим!

Автор:Сажиҙә Лотфуллина

Автор:
Читайте нас