Финикты «ҡатын-ҡыҙҙар емеше» тип тә йөрөтәләр икән.
Ул бәпес көткән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бик тә файҙалы, токсикоз ваҡытын еңелләштерә, организмды тейешле витаминдарға байыта, ҡан тамырҙарын нығыта, артыҡ һыуҙы сығара, шешенеүҙән дә һаҡлай.
Бәпесте күкрәк һөтө менән туҡландырған саҡта был емеш һәр саҡ өҫтәлдә торһон. Сөнки ул әсәнең һөтөн туҡлыҡлыраҡ итә, витаминдар менән байыта.
Финикты көнөнә 10 бөртөк ашау көн нормаһы һанала.
Шәкәр диабеты менән ауырығандаға, бөйөрҙә таш булғанда финик зыянлы.
Интернет селтәренән.