Ул аш үҙләштереүҙе яйға һала, вирустарға ҡаршы көрәшә, иммунитетты нығыта. Һуған составында тимер, калий, аскорбин кислотаһы, каротин, эфир майҙары, РР һәм В төркөмдәре витаминдары, яман шеш менән көрәшеүсе ҡеүәтле элемент – кверцетин бар.
Һуғанды бешергәндә лә, ҡыҙҙырғанда ла дауалау сифаты кәмемәй. Яңы һығылған һуты ангина, грипп менән сирләгәндә, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә, нервылар ҡаҡшағанда ярҙам итә.
Йүткергәндә. 1 картуфты, 1 баш һуғанды, 1 алманы 1 литр һыуға һалып ҡайнатырға. Һыуы яртылаш кәмегәнсе ҡайнағас, уттан алып, һыуытырға ҡуйырға. Әҙер шифаны балаға көнөнә 3 тапҡыр 1 балғалаҡ эсерергә.
Бронхит менән коклюштан. 500 грамм ваҡлап туралған һуғанға 400 г шәкәр, 50 г бал, 1 литр һыу ҡушып, талғын утта өс сәғәт ҡайнатырға. Һөҙөп, таҙа шешәгә ҡойорға. Көнөнә 4-6тапҡыр 1 ҡалаҡ эсергә.
Һалҡын тейгәндә, танау тонғанда. 2-шәр ҡалаҡ ҡырылған кер һабыны һәм һуғанға 2 ҡалаҡ спирт, һөт ҡушырға. Бөтәһен яҡшылап бутарға ла, “быу мунсаһы”нда ярты сәғәт ҡайнатырға. Төнәтмәгә мамыҡты манып, танау эсенә ҡуйырға.
Һыҙлауыҡ, фурункул, эренле шеш булғанда. 1 баш һуғанды бешереп, 2 балғалаҡ кер һабыны ҡушырға. Иҙмәне марляға урап, ауырҡан урынға ҡуйырға. Ул яраны таҙарта.
Сәс төптәрен нығытыу өсөн. 1 ҡалаҡ коньяк, 4 ҡалаҡ һуған һуты, 6 ҡалаҡ дегәнәк тамыры төнәтмәһе – бөтәһен бергә ҡушып, баш тиреһенә һөртөргә. Яулыҡ ябынып, 2 сәғәт тоторға, унан һуң сәсте йыуырға.
Халыҡ медицинаһын ҡулланғанда табип менән кәңәшләшегеҙ.
"Йәшлек" гәзитенән.