ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
12 Сентябрь 2025, 10:04

Бик тәмле салат

Рецебы яҙмала

Берәр кг татлы ҡыҙыл борос, кишер һәм һуған, ике кг помидор, 1,5 стакан үҫемлек майы, 300 г шәкәр, 100 г 9 процентлы уксус, 2 аш ҡалағы тоҙ алына. Боросто – һаламлап, һуғанды – балдаҡлап, помидорҙы дүрт өлөшкә бүлеп турарға, кишерҙе ҡырғыстан үткәрергә кәрәк. Ҡатнашмаға май, шәкәр, уксус, тоҙ ҡушып, 20 минут ҡайнатып, стерилләнгән банкаларға тултырырға ғына ҡала.

 

Сығанаҡ: башдонъя

Автор:
Читайте нас