ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
7 Сентябрь 2025, 04:52

Үҙ һутындағы помидор ныҡ тәмле була

3 килограмм самаһы бер тигеҙ ваҡ помидор, 2 килограмм итле сорт помидор кәрәк (ныҡ бешеп, иҙелгәндәре лә бара)

Үҙ һутындағы помидор ныҡ тәмле булаҮҙ һутындағы помидор ныҡ тәмле була
Үҙ һутындағы помидор ныҡ тәмле була

3 кг бер тигеҙ ваҡ помидор, 2 кг итле сорт помидор (ныҡ бешеп, иҙелгәндәре лә бара), өс аш ҡалағы тоҙ, шуның сама уҡ шәкәр, 100 мл аш һеркәһе.

Тәүҙә помидорҙың итле сортынан һут эшләнә. Бының өсөн уларҙы турап быҡтырып, иләк аша үткәрергә кәрәк. Комбайнығыҙ йәки һут һыҡҡысығыҙ булһа, эш икеләтә еңеләйә. Тоҙ һәм шәкәр һалып, һутты ҡайнатып алырға, ҡайнап сыҡҡас, аш һеркәһе өҫтәргә. Стерилләнгән 0,7 – 1 литрлы банкаларға өс-дүрт урындан тишеп, ваҡ помидорҙарҙы тултырырға ла эҫе һутты ҡойорға. Тимер ҡапҡастар менән нығытып ябып, баш түбән әйләндереп, йылы әйбер менән урап һыуынырға ҡуйырға.

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас