

Ишембай районы Ишәй ауылынан Рузалия Ниғмәтуллина бер минут та тын ултырғаны юҡ. Баҡса емештәренең береһен дә әрәм итергә тырышмай. Әле алмалар күп саҡта ҡәҙерҙәре бик тойолмаһа ла, ҡышын һағынырбыҙ әле. Рузалия апайҙың компот рецебын ҡулланайыҡ.
-Алманы яҡшылап йыуам. Өс литрлы банкаларҙы 20-30 минут тирәһе стерилләйем. Мин уларҙы пар өҫтөндә тотам. Стерилләнгән банкаларға алмаларҙы һалам, һәр банкаға 2-шәр стакан шәкәр ҡомо ҡоям. Аҙаҡ банкаларға ҡайнар һыу һалам да, тимер ҡапҡас менән ябып ҡуям. Ябыр алдынан ҡапҡастарҙы ла 10-15 минут тирәһе стерилләйем. Артабан түңкәреп өҫтөн ҡаплап ҡуям. Алма эргәһенә ҡара миләш, балан ҡушып ебәрһәң дә була. Бик тәмле килеп сыға.
Фото: Рузалия Ниғмәтуллина
Автор:Резеда Шәнгәрәева