ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
29 Август 2025, 09:36

Сентябрҙә әбейҙәр сыуағы булырмы?

-

Сентябрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Әбейҙәр сыуағы булырмы?  

“Башгидрометеүҙәк” фаразы буйынса, киләһе көндәрҙә яуым-төшөм, йәшенле ямғырҙар көтөлә.

Августың һуңғы көндәрендә +16...+22 градус йылы була.

Ә сентябрҙең башы йылы тора, тип вәғәҙәләй Рәсәй “Гидрометеорология” үҙәге. Тәүге көндәрҙә һауа температураһы +22....+25 градус йылы булыр тип фаразлана. Яуым-төшөм көтөлмәй.

Сентябрҙең икенсе ун көнлөгөндә лә йылы һауа торошо торасаҡ. Тәүлек әйләнәһенә +15...+23 градус торасаҡ.

Айҙың өсөнсө ун көнлөгөндә һауа температураһы яйлап төшә башлай: +8...+12 градус йылы күрһәтә, ямғырҙар ҙа күҙаллана.

Автор:Аклима Гизатуллина

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2025-08-28/sentyabr-bey-r-syua-y-bulyrmy-4365883

Автор:
Читайте нас