Бының өсөн дүрт кг помидор, бер кг һуған, маринад өсөн бер литр һыуға бер ҡалаҡ тоҙ, 1,5 ҡалаҡ шәкәр, 50 мл туғыҙ процентлы аш һеркәһе кәрәк була.
Һуғанды ярым балдаҡ рәүешендә турап, дуршлагҡа һалып, ҡайнар һыу менән сайҡап алабыҙ. Шулай беҙ һуғандың әсеһенән ҡотолабыҙ. Унан бөтә помидорҙарҙы яҡшылап йыуып, киҫәкләп турайбыҙ. Бәләкәйҙәрен икегә бүлергә мөмкин. Банкаларҙың төбөнә һуғандың бер өлөшөн, унан туралған помидор, иң өҫкә тағы һуған һалабыҙ.
Маринад әҙерләйбеҙ. Һыу ҡайнап сыҡҡас, тоҙ, шәкәр һәм аш һеркәһе һалабыҙ. Артабан маринадты банкаларға ҡойоп, таҙа ҡапҡас менән ҡаплап, кәстрүлгә стерилләргә ҡуябыҙ. Ундағы һыу ҡайнап сыҡҡас, уларҙы биш минут тирәһе тотабыҙ. Һуңынан ҡапҡастарын нығытып ябып, түңкәреп, одеял аҫтына оҙатабыҙ.
"Йәшлек" гәзитенән.