3-4 порцияға кәрәк : 400 гр картуф, 300 гр ит, 3 йомортҡа, 2 аш ҡалағы майонез йәки ҡаймаҡ, самалап тоҙ һәм борос.
Картуфты тышы менән бешереп, аҙаҡ таҙартып, шаҡмаҡлап турағыҙ.
Итте тоҙло һыуҙа 30-35 минут бешергәндән һуң, ваҡ шаҡмаҡтарға киҫергә.
Картуфты һәм итте бергә ҡушып аҙ ғына май һалып табала ҡыҙҙҙырып алығыҙ.
Йомортҡаны туғып, уға майонез йәки ҡаймаҡ, борос, башҡа аш тәмләткестәр өҫтәгеҙ.
Ҡыҙҙырылған картуф һәм итте формаға һалығыҙ. Өҫтөнә йомортҡалы ҡатнашманы ағыҙығыҙ.
Духовкала 180 градуста 20-30 минут бешерергә. Аҙыраҡ һыуынғас, табынға ултыртырға ла була
Аштарығыҙ тәмле, тормошоғоҙ йәмле булһын!