ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
21 Августа 2025, 16:37

Сөгөлдөрҙән икра яһайыҡ

Рецепт өсөн күп нәмә лә кәрәк түгел, әммә икра бик тәмле килеп сыға.

Сөгөлдөрөгөҙ уңдымы? Уны ҡайҙа ҡуйырға белмәһәгеҙ, ҡышҡылыҡҡа икра яһарға тәҡдим итәбеҙ.

Кәрәк була: өс сөгөлдөр, бер баш һуған, ике аш ҡалағы томат пастаһы, тоҙ, борос, дүрт аш ҡалағы үҫемлек майы.

Әҙерләү: сөгөлдөрҙө терка аша үткәрегеҙ, һуғанды ваҡ итеп турағыҙ. Табаға май һалып, һуған менән сөгөлдөрҙө бергә ҡыҙҙырығыҙ. Шунан табаға 50-70 мл һыу һалып, томат пастаһы, тоҙ, борос өҫтәгеҙ һәм барыһын бергә бутағыҙ. 15 минут дауамында һүрән утта томалап бешерегеҙ һәм икра әҙер.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас