Баҡсала тәмле генә итеп картуф өлгөрә башланы. Уны төрлөсә әҙерләргә була. Бөгөн иғтибарығыҙға яңы рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Ингредиенттар: 1 кг картуф (уртаса ҙурлыҡта), 2-3 һарымһаҡ теше, өс аш ҡалағы үҫемлек майы, йәшелсә (укроп, петрушка), картуф өсөн тәмләткестәр, тоҙ.
Әҙерләү процесы: Картуфты таҙартабыҙ, йыуабыҙ һәм киптерәбеҙ. Әгәр бик ҙур булһа, уртаға ҡырҡығыҙ, сәнске менән төртөп сығығыҙ. Һарымһаҡ иҙәбеҙ. Йәшелсәне йыуабыҙ, киптерәбеҙ һәм ваҡ итеп турайбыҙ. Айырым һауытта үҫемлек майын, һарымһаҡты, йәшелсәне, картуф өсөн тәмләткестәрҙе, тәм буйынса тоҙҙо бутайбыҙ. Шунан картуфҡа һалып ентекләп болғатабыҙ.
Картуфты бешереү өсөн махсус пакетҡа һалабыҙ һәм бәйләйбеҙ. Пакет эҫенән шартламаһын өсөн, унда энә менән бер нисә тишек эшләйбеҙ.
Картуф һалынған пакетты 200 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуябыҙ. Бер сәғәт самаһы бешерәбеҙ, сөнки картуфтың ҙурлығы төрлөсә. Картуфтың әҙер булыуын тикшереү өсөн, уны сәнске йәки бысаҡ менән туранан-тура пакет аша төртөп ҡарағыҙ. Әгәр әҙер булһа, мейесте һүндерәбеҙ һәм 10 минут торорға бирәбеҙ. Һуңынан бешерелгән картуфты пакеттан сығарып, уны теләһә ниндәй ит, балыҡ йәки ҡош-ҡорт ите, йәшелсә йәки салат менән бирәбеҙ. Ә һеҙ картуфты нисек әҙерләйһегеҙ?