ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
21 Август 2025, 17:05

Алманан шоколадлы повидло яһау ысулы

Бик тәмле. Шоколадлы пастаны хәтерләтә. Быйыл алма күп, эшләп ҡарағыҙ. Кәрәк буласаҡ: 2 килограмм алма, 350 грамм һыу, 1,1 кило шәкәр ҡомо, 500 грамм аҡ май, 120 грам какао, 2 пакет ванилин.

Алманан шоколадлы повидло яһау ысулыАлманан шоколадлы повидло яһау ысулы
Алманан шоколадлы повидло яһау ысулы

Кәрәк буласаҡ: 2 килограмм алма, 350 грамм һыу, 1,1 кило шәкәр ҡомо, 500 грамм аҡ май, 120 грам какао, 2 пакет ванилин.

Алмаларҙы таҙартып, уртаһын киҫеп алабыҙ. Ыуғыстан үткәрәбеҙ йәки блендерҙа иҙәбеҙ. Һыу һәм 100 грамм шәкәр ҡомо һалабыҙ ҙа 30 минутҡа утҡа ҡуябыҙ. Уттан алып, аҡ май, какао, 1 килограмм шәкәр ҡомо, ванилин өҫтәйбеҙ һәм блендерҙа яҡшылап болғатабыҙ. Тағы утҡа ҡуйып, болғата-болғата, 30-40 минут ҡайнатабыҙ. Стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән нығытып ябабыҙ. Яртышар литрлы биш банка шоколад пастаһы килеп сығасаҡ.

Быйыл алма күп, эшләп ҡарағыҙ.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова

фото:Розалия Хисаева

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас