2,5 кг ҡабаҡты, яртышар килограмм һуған менән кишерҙе оҙонсалай турарға, 5 татлы борос, 200 г һарымһаҡ, тәменә ҡарап йәшел тәмләткестәр (һуған, петрушка, укроп) өҫтәргә.
Бер стакан көнбағыш майы, бер стакан шәкәр, 150 мл уксус, 2 аш ҡалағы тоҙ, корей кишере өсөн тәмләткес һалырға.
Был тәмләткес ошо салаттың изюминкаһы! Уны мотлаҡ һалырға!
Бөтәһен бергә бутап, ике сәғәт ултыртып торабыҙ.
Был мөһим! Ошо ваҡытта ул маринадлана!
Мин ҡайһы саҡта төнгөлөккә бутап ултыртам да, иртәнсәк ябам. Йәғни йома эштән һуң был салатты турап-бутап ҡуяһың да,
иртәнсәк яйлап йөрөп ябып та ҡуяһың
Маринадланған салатты утҡа ҡуйығыҙ.
Ҡайнап сыҡҡандан һуң 15 минуттан һүндерегеҙ һәм стерилләнгән банкаларға һалып ябығыҙ.
Тәмле булһын!
Сығанаҡ: Башдонъя