ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
25 Июль 2025, 17:03

Был үләндәр бауырҙы дауалай

Рецепттар – яҙмала.    

Был үләндәр бауырҙы дауалайБыл үләндәр бауырҙы дауалай
Был үләндәр бауырҙы дауалай

Бөтнөк (мята)

Бер стакан ҡайнар һыу һәм биш грамм бөтнөк япрағын 15 минут төнәтегеҙ. Һәр өс сәғәт һайын бер аш ҡалағы килеп сыҡҡан эсемлекте эсегеҙ. Бөтнөк ағыуланғанда бик файҙалы, бауырҙы токсик матдәләрҙән таҙартырға һәм үт сығарырға ярҙам итә.

Пәйғәмбәр тырнағы (календула)

Календула бауырҙағы алмашыу процестарын тиҙләтә, секретор функцияһын яҡшырта, үт етештереү процесын көсәйтә. Ике сәй ҡалағы сәскәгә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ, бер сәғәт төнәтегеҙ, һуңынан һөҙөгөҙ. Шифалы эсемлекте көнөнә дүрт тапҡыр яртышар стакан эсегеҙ.

Аҡ сәскә (ромашка)

Бер аш ҡалағы кипкән ромашкаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ һәм 20 минут төнәтегеҙ. Иртән һәм кис ярты стакан эсегеҙ. Ромашка бауыр ауыртыуына яҡшы ярҙам итә, тиҙ арала спазмдарҙы бөтөрә, бөтә организмға тынысландырыусы тәьҫир яһай.

Һары мәтрүшкә (зверобой)

Бер аш ҡалағы үләнгә бер стакан ҡайнар һыу һалығыҙ һәм 15 минут ҡайнатығыҙ. Эсемлекте 20 минут төнәтегеҙ һәм көнөнә өс тапҡыр эсегеҙ. Ул шешеүҙе бөтөрә, бөтә организмды нығытырға һәм нервы системаһын тынысландырырға ярҙам итә.

Үләндәрҙе йәки халыҡ дауалау ысулын ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ!

 

фото:Розалия Хисаева

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас