ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
25 Июль 2025, 17:09

Ҡабаҡ орлоғо ир-ат өсөн файҙалы

Көс-ҡеүәтте юғалтмайым, тиһәгеҙ...

Ҡабаҡ орлоғо магнийға бай. Ул йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, холестеринды кәметә. Гипертониянан яфаланғандарға ла килешә.

Табиптар билдәләүенсә, ҡабаҡ орлоғо айырыуса ир-ат һаулығы өсөн файҙалы. Көс-ҡеүәтте юғалтмаҫ өсөн уны көн һайын 50-60 грамм ашарға тәҡдим ителә.

Иң файҙалыһы – ҡыҙҙырылмаған, ҡояшта киптерелгәне. Ҡыҙҙырғанда емештең күп файҙалы үҙенсәлектәре юғала. Уны яҡшылап сәйнәргә кәрәк, юғиһә насар үҙләштерелә. Шулай ҙа көнөнә 100 грамдан күберәк ашарға ярамай.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас