

Хәйбулланан Сәриә Асҡарова был юлы ирәүәндән тиҙ генә бәлеш бешерергә өйрәтә.
"Ирәүәндән тиз генә пирог бешерҙем сәйгә! Тәүҙә тураҡлап, шәкәр һалып бешекләп алдым, крахмал һалып ҡуйырттым, 4 йомортҡаға 1 стакан шәкәр ҡомо, тоҙ, сода, ярты пачка маргарин, он, блендер менән ваҡлап, табаға ҡойҙом, араһына бешкән ирәүән массаһын һалып, өҫтөнә тағы ҡамыр ҡойҙом! Бик тә оҡшаны сәй эскәндәргә!"- тип яҙған ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.
Ә һеҙ ирәүәндән нисек бәлеш бешерәһегеҙ? Кәңәштәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Сығанаҡ һәм фото: Сәриә Асҡарова