ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
10 Май 2025, 05:53

Ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырмайынса ла дауаланып була

Һеҙҙең иғтибарға ҡырмыҫҡа иләүе ярҙамында һауыҡҡан кешеләрҙең фекерҙәрен тәҡдим итәбеҙ.  

Ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырмайынса ла дауаланып булаҠырмыҫҡа иләүен туҙҙырмайынса ла дауаланып була
Ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырмайынса ла дауаланып була

Ҡырмыҫҡа иләүе ярҙамында дауаланыу алымы борон-борондан билдәле булған. Тик ҡайһы берәүҙәр иләүҙе туҙҙырып, уның өҫтөнә баҫа йәки тоҡҡа һалып алып ҡайта. Былай эшләргә һис тә генә ярамай. Һеҙҙең иғтибарға ҡырмыҫҡа иләүе ярҙамында һауыҡҡан кешеләрҙең тарихтарын тәҡдим итәбеҙ. 

Гүзәл ҒҮМӘРОВА:

– Бер ваҡыт баҫҡыстан ҡолап, аяғым ныҡ ҡына йәрәхәтләнгәс, Аллаһ Тәғәләнең ярҙамында осраҡлы ғына бер ҡатын менән танышып, ул миңә еңел генә дауаланыу ысулын өйрәтте. Үҙе ябай, үҙе бер тин аҡса сығармайынса дауаланыу ысулы – ҡырмыҫҡа иләүенә ултырыу. Ул ҡатын: “Аварияға эләгеп, аяҡтарымды бөртөкләп йыйҙылар. Бер йыл эсендә 19 операция эшләнеләр, аҙаҡ профессор ҡырмыҫҡа иләүенә ултыр, тип ҡайтарып ебәрҙе. Миңә өс тапҡыр ултырыу етте, шунан һауыҡтым, әлхәмдүлилләһ”, – тип һөйләгәйне. Мин дә шул ысул менән шифаландым, шуға күрә ошо сараны һеҙгә лә тәҡдим итәм.

Кемдәрҙеңдер ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырып, өйҙәренә алып ҡайтҡан осраҡтары тураһында ла ишеткәнем бар, тик улай шифаланам тип, киреһенсә, бөжәктәрҙең рәнйешен алырға ла мөмкин бит. Иң яҡшыһы — үҙеңә урманға барып, ҡырмыҫҡа иләүенең өҫтөнә түгел, ситенә генә аяҡты ҡуйып ултырыу ҙә етә. Ҡырмыҫҡалар алмашлап менә бара, шифаларын ебәргәс, кире төшә. Улар организмға, һөйәккә нимә етмәй, шул матдәне эшләп, бүлеп сығара. Һөҙөмтәлә һөйәк яңырыу кисерә. Күпме түҙеп ултыра алаһығыҙ (15, 20, 25 минут), шул тиклем шифаһы күберәк була. Миңә ике тапҡыр барыу етте, сөбхәналлаһ. Аҙған сирҙәр осрағында күберәк кәрәктер. Тик көн һайын барырға ярамай – ике-өс көн аралаш йөрөгөҙ. Аҙнаға бер тапҡыр булһа, бигерәк тә яҡшы, алған дауа яйлап тарала.

Дауаланыр алдынан ихлас күңел менән Аллаһ Тәғәләнән шифаландырыуын һорарға онотмағыҙ, сөнки ауырыуҙы ла, дауаһын да, шифаһын да тик Ул – бөйөк Раббыбыҙ – Аллаһ Тәғәлә генә бирә. Дауаланғас: “Әлхәмдүлилләһ! Аллаһ Тәғәләгә шөкөр”, – тип рәхмәтегеҙҙе белдерергә онотмағыҙ. “Ҡамасаулағаным өсөн һеҙҙән ғәфү үтенәм. Биргән дауаларығыҙ өсөн, ҡырмыҫҡалар, һеҙгә лә рәхмәт!” – тип тә әйтһәгеҙ, шифаланыу ғына түгел, сауап та алырһығыҙ, ин шәә Аллаһ. Шифалары тейһен һәр кемгә лә!

Маһинур ЙӘҒӘФӘРОВА:

– Ике тапҡыр өйлә намаҙынан һуң ике рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡып, Аллаһ Раббыбыҙҙан шифа һорап, ҡырмыҫҡалар иләүенә барып килдем. Беренсе тапҡыр барыуҙа уҡ һиҙелеп тора: үҙгәреш яҡшы яҡҡа. Был шифаланыу ысулы менән уртаҡлашҡан ханыма бик рәхмәтлемен.

Бына шулай, белеп ҡулланһаң, ҡырмыҫҡалар бик яҡшы табиптар ҙа була ала. Быуындары сирләгән, хатта ревматизмдың ауыр осраҡтарында кешеләр ҡырмыҫҡа иләүе ярҙамында дауаланған. Әгәр урман-ҡырға иләү ярҙамында дауаланырға йөрөй алмаһағыҙ, дарыуханаларҙа һатылған ҡырмыҫҡа спирты менән ыуыныу ҙа ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтә бирәсәк.

(Был тарихтар социаль селтәрҙән алынды).

Автор фотоһы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас