Артыҡ тоҙҙан нисек ҡотолорға?

Был ҡатнашма организмды таҙарта.

Кеше организмында тоҙ тупланыуы – үҙен һиҙҙертмәй барған процесс, шуға күрә проблемаға күп осраҡта һуң иғтибар итәләр. Тоҙҙарҙан ҡотолоу өсөн тәү сиратта организмды таҙартырға кәрәк. Бының өсөн балдан, петрушканан һәм бер-ике лимондан әҙерләнгән бәүел ҡыуыу сараһын ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.

Ингредиенттар: 250 грамм петрушка тамыры (кибеттәрҙә киптерелгән төрө һатыла), 150 грамм петрушка япрағы, 250 грамм лимон, 300 грамм бер аҙ йылытылған бал.

Әҙерләү. Петрушканың тамырын, лимонды ҡабығы менән бергә ит турағыс аша үткәрергә. Ҡатнашмаға ваҡ итеп туралған петрушка япрағы һәм бал өҫтәп, барыһын да ентекле бутарға. Был ҡатнашманы көн һайын өс тапҡыр берәр сәй ҡалағы ҡабул итергә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: бөйөрҙәрҙә таш булмауына инаныу өсөн, тәү сиратта УЗИ үтергә кәрәк. Организмда таш булған осраҡта, был ҡатнашманы ҡабул итергә ярамай.

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас