ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
26 Апрель 2025, 17:09

Ябай ғына сөгөлдөрҙөң файҙаһы бихисап

Ул ҡандың сифатын яҡшырта, бит тиреһен матурайта, бауырҙы таҙарта, йөрәк-ҡан һәм тын алыу системаһының эшен яҡшырта... Сөгөлдөрҙән төнәтмәне нисек әҙерләргә?

Ябай ғына сөгөлдөрҙөң файҙаһы  бихисапЯбай ғына сөгөлдөрҙөң файҙаһы  бихисап
Ябай ғына сөгөлдөрҙөң файҙаһы бихисап

1,5 кг сөгөлдөрҙө алып, һәр береһен дүрт-биш киҫәккә турайбыҙ, өҫтөнә ике литр ҡайнаған һыу ҡоябыҙ. Уртаса утта бер сәғәт бешерәбеҙ. Унан алғас, берәр ҡалаҡ шәкәр һәм алма һеркәһе өҫтәйбеҙ. Ул һыуытҡыста һаҡланырға тейеш.

Ошо төнәтмәне һәр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсеп, бер-ике киҫәк сөгөлдөрөн ашап ҡуйырға.

Ниндәй үҙәрештәр һиҙелә?

Ҡандың сифатын яҡшырта, бит тиреһе матурая.

Организмды таҙарта – эсте йомшарта, бәүелде ҡыуҙыра, тимәк, бауыр ҙа таҙара.

Яман  шеш күҙәнәктәре үҫешеүен тотҡарлай.

Яҙ көс-хәл индерә.

Йөрәк-ҡан һәм тын алыу системаһының эшен яҡшырта.

Ҡан баҫымын төшөрә.

Яңы күҙәнәктәр барлыҡҡа килтерергә булышыусы матдә бар, шунлыҡтан йәшәртә.

Климакс ваҡытында хәлде еңеләйтә.

Ҡан ағышы яҡшырғанлыҡтан гел өшөп торған аяҡтар йылына.

Ҡан тамырҙарын, һеңер һәм һөйәктәрҙе нығыта.

Һимереүҙән һаҡлай, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолдора.

Кемдәргәлер ярамауы ла бар, шуның өсөн табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас