

Ҡыҙыл эремсекте һөттән генә яһайым: өс литр һөткә бер ҡап эремсек, бер стакан шәкәр ҡомо һалам. Ошо ҡатнашма өс-дүрт сәғәт тирәһе яй ғына утта ҡайнап ултыра. Бер ниндәй тоҙ ҙа, май ҙа, йомортҡа ла кәрәк түгел. Шул хәтлем тәмле, йомшаҡ була. Гөбәҙиәгә лә шуны һалам. Яһап ҡарағыҙ – үкенмәҫһегеҙ.
Рецептың авторы – Гөлсинә Иҙрисова.