Интернет селтәрендә ошо кәңәштәр баҫылып сыҡҡас, күптәр уларҙы уңышлы ҡулланыуы тураһында комментарий ҡалдырҙы.
Йод помидорҙарҙы фитофторанан да һаҡлай. Бының өсөн 250 грамм һөткә ике-өс тамсы йод һалып болғатығыҙ. Ошо ҡатнашманы бер литр һыуға ҡушып, помидорҙарға һибегеҙ.
Шуны онотмағыҙ: күрһәтелгән нисбәтте һаҡларға кәрәк. Мәҫәлән, Ғәлиә Ғафарова: “Йодты артыҡ тамыҙһаң, үҫемлектәр һарғая”, - тип яҙҙы.
Самаһын белеп ҡулланығыҙ, файҙаһын күрегеҙ!