Өс йомортҡа, 120-150 грамм шәкәр, 100 грамм аҡ май, 200 миллилитр кефир, 250 грамм он, ике аш ҡалағы майонез, бер ҡап йомшартҡыс, ванилин кәрәк (эсенә һалыу өсөн йөҙөм алырға ла мөмкин).
Тәүҙә йомортҡаға шәкәр, аҡ май, кефир, майонез, он, йомшартҡыс, ванилин һалып (теләк булғанда, йөҙөм дә ҡушып) туғыйбыҙ. Шунан килеп сыҡҡан ҡамырҙы кекс формаһына ҡоябыҙ. Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, ярты сәғәт тирәһе бешерәбеҙ.