ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
21 Март 2025, 10:58

ҺОЛО КЕҪӘЛЕ

Һоло кеҫәле ашҡаҙан, бөйөр һәм бауыр өсөн бик файҙалы.

❗Һоло кеҫәле ашҡаҙан, бөйөр һәм бауыр өсөн бик файҙалы. Ул хатта үттәге, һейҙек ҡыуығындағы ташты ваҡлай, ҡан тамырындағы холестеринды кәметә. Һоло хәл индерә, көс-ҡеүәт өҫтәй, депрессиянан сығырға ярҙам итә.

❗Кеҫәлде әҙерләү өсөн 1 стакан һоло ярмаһы, 5 стакан һыу кәрәк.

❗Ҡайнап сығыу менән утын кәметәбеҙ һәм шыйыҡ кеҫәл ҡуйылығында булғансы ҡайнатабыҙ.

❗ Унан бер стакан һөт өҫтәп, йәнә ҡайнатабыҙ. Бер аҙ һыуынғас, 4 аш ҡалағы бал ҡушып болғатабыҙ (тәменә ҡарап аҙыраҡ йә күберәк алырға мөмкин).

❗Әҙер кеҫәлде көн дауамында үҙегеҙ теләгәнсә ашағыҙ.

 

Сығанаҡ: Башдонъя

Автор:
Читайте нас