Еңел генә бешерелгән был ризыҡ тәмле лә, туҡлыҡлы ла. “Иң шәп рецептлар” төркөмөндә уны бешереү өлгөһөн Рәзилә Зәйнуллина тәҡдим итте.
“Ике йомортҡа, бер аш ҡалағы шәкәр ҡомо, бер сәй ҡалағы (өймәләм итмәгеҙ) тоҙ, 250 грамм йылы һыу, ҡамыр ҡабартҡыс (бәғзе берәүҙәр һалмай), 100 грамм аҡ майға самалап он ҡушып йомшаҡ итеп ҡамыр баҫырға. Йоҡа ғына итеп йәйеп, майлы табала ике яғын да ҡыҙҙырып алырға”, - тип яҙҙы Рәзилә.
Йоҡа май эсендә йөҙҙөрөп бешерелмәй, табаны саҡ ҡына майлап алыу ҙа етә. Ҡайһы берәүҙәр йәймәләрҙе ҡоро табала бешереп, һуңынан аҡ май һөртә.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!