Әсәйем оҙаҡ йылдар тубыҡтары һыҙлауҙан ыҙаланы. Табиптар артрит, быуындар елһенеүе тигән диагноз ҡуйҙы. Ҡайһы бер көндәрҙә ауыртыу шул тиклем көслө булды, ул хатта карауатынан тора алмай ине. Нисек кенә дауаламаныҡ: дауаханаларҙа ятты, уколдар ҡаҙатты, дарыуҙар ҡабул итте, ҡиммәтле маздар һатып алып ҡулланды.
Әлбиттә, уларҙың ярҙамы булды, әммә оҙаҡҡа түгел, һуңынан ауыртыу кире ҡабатланды. Ҡайһы бер көндәрҙә ике таяҡҡа таянып ҡына йөрөй алды.
Эштәге бер коллегам картуф шытымы менән дауаланыу тураһында һөйләне.
Рецебы ябай ғына: картуф шытымдарын өҙөп, быяла банкаға тултырығыҙ һәм өҫтөнә сыҡҡансы араҡы ҡойоғоҙ. Ошо ҡатнашманы ике аҙна дауамында, бүлмә температураһында ҡараңғы урында төнәтергә.
Ошо төнәтмә менән ауыртҡан урындарҙы ыуып, ике сәғәткә йылы йөн туҡыма менән урарға йәки шундай кейем кейергә. Компресты төнгөлөккә тағы ҡабатларға.
Ҡуллана башлар алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, иҫкәрмәләр, тыйыуҙар булыуы ихтимал.