Ҡамыр ризыҡтары әҙерләнгән йортта ҡот арта. Йәнә бер бәлеш рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ түңәрәк, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!
200 грамм маргарин, бер йомортҡа, 100 грамм шәкәр, ¼ сәй ҡалағы сода, 300 грамм он, 350 грамм ҡайнатма алабыҙ.
Тәүҙә маргаринды һыуытҡыстан алып ҡуябыҙ. Әҙерәк йомшарһын өсөн. Шунан уны шәкәр менән бергә миксерҙа туғыйбыҙ. Шәкәре ирегәс, йомортҡа ҡушып, тағы ла туғыйбыҙ ҙа он өҫтәйбеҙ. Сода һалып, тағы ла миксер менән ваҡлағас, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ул ҡулға йәбешмәҫкә тейеш.
Артабан әҙер ҡамырҙы икегә бүләбеҙ. Бәләкәсерәк өлөшөн һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Формаға пергамент ҡағыҙы һалып, ҡамырҙың ҙур өлөшөн йәйәбеҙ. Өҫтөнә ҡайнатма һалабыҙ. Шунан ҡатҡан ҡамырҙы эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ ҙә тигеҙләп һибәбеҙ. Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, ярты сәғәт бешерәбеҙ. Өҫтәлгә һыуығас бирәбеҙ.