Бөтә яңылыҡтар
10

ТАБЫНДАҒЫ КҮРКӘМ ҒӘҘӘТТӘР

Күңел киңлеге, күңел йомартлығы һәр халыҡта юғары баһаланған матур сифаттарҙың береһе һанала.    

Күңел киңлеге, күңел йомартлығы һәр халыҡта юғары баһаланған матур сифаттарҙың береһе һанала. Тупһаңды аша атлап үтеп ингән һәр кешегә асыҡ йөҙ һәм хөрмәт күрһәтеү, яҡындарыңды, туған­дарыңды, таныштарыңды ҡунаҡ итеп саҡырыу ата-бабаларбыҙҙан ҡалған изге йола. Табын ҡороп, йыйылышыу бергәләп ризыҡланыу тигәнде генә аңлатмай, быны яҡындарың, туғандарыңдың хәлен белешеү, уларға хөрмәт күрһәтеү тип аңларға кәрәк. Тимәк, кеше араһында үҙеңде лайыҡлы тотоу зарур, сөнки һинең һәр ҡылығың башҡаларға өлгө булып тора. Мосолман халҡы аш-һыу ҡабул итеү ҡағиҙәләрен, ризыҡланыу тәртибен Ҡөрьәндән һәм хәҙистәрҙән алған. Шуларҙың бер-нисәһенә ентекләберәк туҡталайыҡ.

ü Ҡасып-боҫоп ашау – йәмһеҙ ғәҙәт, уның өсөн бер ниндәй сәбәп тә юҡ. Иң яҡшыһы ғаилә менән бергәләшеп табын ҡороу. Мосол­ман­дарҙың инаныуынса, уртаҡ табындан ашағанда ғына ризыҡ та тәмлерәк, ғаилә лә ныҡлыраҡ була.
ü Әҙәпле кешеләр башҡалар менән, йәғни байҙар йәки ярлылар, йәштәр һәм ҡарттар менән бергә ашауҙан ятһынмаҫ.
ü Ҡулдарҙы табын артына ултырыр алдынан мотлаҡ йыуырға кәрәк. “Ашар алдынан һәм ашағандан һуң ҡулыңды йыуһаң, ашаған ризығың бәрәкәтле була", – тип әйткән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм.
ü Ҡайнар ризыҡты ашығып ашау хәйерлегә булмаҫ. Иң яҡшыһы – уның бер аҙ һыуынғанын көтөү. Ризыҡты һыуытыу өсөн уға өрөп ултырыу килешмәй.
ü Ашар алдынан һәр мосолмандар «Бис­мил­ләһир-рахмәнир-рахим» (Рәхмәте һәм мәрхәмәте сикһеҙ булған Аллаһтың исеме менән башлайым) тип әйтергә тейеш. Әгәр Аллаһы Тәғәләне иҫкә алырға онота икән, хәтеренә төшөү менән: “Бисмиллаһ ғәләәүүәлиһи үә ахириһи” (Баштан һәм ахырҙан Аллаһ исеме менән) тиергә кәрәк.
ü Бер генә төркөмдөң Аллаһты иҫкә алып ризыҡланыуы етмәҫ. Аллаһты иҫкә төшөрөү һәр кемдең бурысы булып тора.
ü Ризыҡты тәрилкәнең бар яғынан да алырға ярамай, үҙеңә ҡараған яғынан ғына ашарға кәрәк. Әммә тәрилкәлә емеш-еләк булһа, уларҙы теләһә ҡайһы яҡтан да алырға мөмкин.
ü Уң ҡул менән генә ашау хәйерле. Һул менән ярҙам итергә мөмкин, әммә ризыҡ ауыҙға мотлаҡ уң ҡул менән һалынырға тейеш. Был осраҡта Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең: “Ашарға йыйынған кеше уң ҡулы менән ашаһын. Эскәндә лә һауытын уң ҡул менән тотһон. Шайтан ғына һул ҡул менән ашай-эсә”, – тигән хәҙисе ҡағиҙә булып тора.
ü Ашыҡмайынса һәм ҡомһоҙланмайынса ғына ри­­зыҡ­ланыу тейешле. Бындай нәмәләрҙең сәлә­мәт­лек өсөн файҙаһы күп булыуын үҙегеҙ ҙә белер­һе­геҙ.
ü Файҙаланылмаған ризыҡ тәрилкәлә ҡалырға тейеш түгел. Һауытҡа ризыҡты бөтөрлөк күләмдә генә һалып алырға кәрәк, аш ҡалдырыу ғәйепләнә, бәрәкәт китә тип һанала. Башҡорт халҡында “Ямандан ярты ҡашыҡ аш ҡалыр” тигән әйтеме лә ошоно дәлилләп тора.
ü Әгәр ашаған ваҡытта ризығың ауыҙыңдан төшөп китһә, башҡа­ларҙан ғәфү үтенергә мөмкин.
ü Ваҡытында ашарға ғәҙәтләнегеҙ. Ваҡыты етеп тә асыҡмаһағыҙ, көсләп ашамағыҙ.
ü Әгәр табындағы ризыҡ кешегә оҡшай икән, ул үҙенең хуплауын йәки һоҡланыуын белдерә ала, әммә оҡшамаһа, ҡәнәғәтһеҙлеген һиҙҙер­мәҫ­кә, тәнҡитләмәҫкә, ризаһыҙлыҡ күрһәтмәҫкә тейеш.
ü Мосолман артыҡ күп ризыҡ ашарға тейеш түгел. Ашҡаҙан тул­ғансы ашауҙан туҡтай белеү – әҙәплелек билдәһе. Убырлыҡ мосолмандар ғәҙәте түгел. Пәйғәмбәрҙең ошондай хәҙисе лә бар: “Кеше тултыра торған иң насар һауыт – ул аш­ҡа­ҙа­ны. Хәл инерлек кенә ашарға кәрәк. Ашҡа­ҙан­дың өстән бер өлөшө — ризыҡҡа, йәнә өстән бере – һыуға, ҡалған өлөшө – тын алырға ҡалһын”.
ü Ашап ултырған ваҡытта намаҙ ваҡыты етә икән, уны уҙҙырып ебәреү ҡурҡынысы булмаһа, ашап бөтөрмәйенсә намаҙға ашығыу килешмәҫ.
ü Ашаған ваҡытта килгән кешеләрҙе сә­ләм­ләү рөхсәт ителә, әммә улар менән ҡул бирешеп күрешеүе хәйерле булмаҫ.
ü Ашағандан һуң шунда уҡ йоҡларға ятыу ҙа һәйбәт түгел.
ü Ашап туйғас, мосолман ризыҡ өсөн “Әлхәмдүлиллаһ” тип, биргән ниғмәттәре өсөн Аллаһҡа шөкөрана итергә кәрәк. Йәғни "Беҙҙе ашатҡан, эсергән һәм мосолман иткән Аллаһы Тәғәләгә бөтә маҡтау­ҙарыбыҙ булһын", – тигән доға ҡылып, табындан тороп китергә тейеш.
ü Ашағандан һуң ҡулдарҙы һәм ауыҙҙы сайҡатыу зарури, һимеҙ, майлы ризыҡ ашағандан һуң ҡулдарҙы йыуыу айырыуса мөһим.
ü Үҙегеҙҙән олораҡ кешеләр булһа, табынға уларҙан алдараҡ ултырмағыҙ.
ü Ауыҙ тулы ризыҡ менән һөйләшеү әҙәпһеҙлек һанала.
ü Ашағанда үҙ-ара һөйләшеү еңелсә генә, бер-беренде кәйефһеҙләмәй генә барырға те­йеш. Бәхәсләшмәҫкә, йәмһеҙ һүҙҙәр ҡуллан­маҫҡа кәрәк, сөнки быларҙың башҡаларҙың кәйефен төшөрөүе ихтимал. Ни ҡәҙәре оло ғәйебе булһа ла аш алдында һис кемде шелтәләмәгеҙ, берәүҙе лә ғәйепләмәгеҙ.

 

Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң — әҙәм булырһың, яманға ғәҙәтләнһәң — әрәм булырһың тигән башҡорт халыҡ мәҡәле әҙәп-әхлаҡ нормаларын белеү мөһимлеген тағы ла тапҡыр иҫбат итә. Әҙәп барҙа кешелә күркәм холоҡ та, иман да буласаҡ. Ислам дине принциптарына, ҡағиҙәләренә таянып, әҙәпле балалар тәрбиәләү эшен үҙебеҙҙән башлау кәрәк.

 

 Аш алдынан:

“Әлхәмдү лилләәһил-ләҙии әтғәмәнәә үә сәҡанәә үә джәғәләнәә минәл муслимин. Аллааһүммә бәәрик ләнәә фииһи үә әтғымнә хайран минһү. Аллааһүммә әғтыйнә ризҡан хәләәлән үә әнтә хайрур-раазиҡыын. Аллааһүммә нәүүир ҡулүү­бә­нәә үәрхәмнәә үәрда ғәннәә. Уә әғтый­нә тәмәәмә ниғмәтикә үә дәүәәмә ниғмә­ти­­кә үә тәмәәмә тәүфииҡыҡ, бихурмәти нә­­биййикә үәлхәмдү лилләәһи Раббил ғәә­ләмиин. Ридаа’ән лилләәһил-фәә­ти­хәһ”.

Мәғәнәһе:
Аллаһҡа маҡтау булһын. Беҙҙе ашатҡан, эсерткән һәм мосолман булыуыбыҙҙы насип әйләгән Аллаһҡа маҡтау булһын. Эй, Аллаһым! Аштарыбыҙға бәрәкәт бир. Быларҙан да хәйерлерәк аштарҙы ашарға насип ҡыл. Беҙгә, хәләл ризыҡ бир, сөнки һин ризыҡ биреүселәрҙең иң хәйерлеһе, Аллаһым! Күнелдәребеҙҙе яҡтырт, беҙҙе мәрхәмәтле ит һәм беҙҙән разый бул. Беҙгә ниғмәтеңдең дауамын һәм тамамын әйлә, йә Рабби! Пәйғәмбәрең хөрмәтенә, маҡтау булһын Ғәләмдәрҙең Раббыһы-Аллаһҡа.

 

“Әлхәмдү лилләһилләҙии әтғәмәнәә үә сә­­­­ҡанәә үә джәғәләнәә минәл мөс­ли­мин”.

Мәғәнәһе:
Аллаһҡа маҡтау булһын. Беҙҙе ашатҡан һәм мосолман булыуыбыҙҙы насыйп әйләгән Аллаһҡа маҡтау.


Сафия ИСЛАМОВА әҙерләне.

https://shonkar.com/news/y-m-i-t/2025-03-17/tabynda-y-k-rk-m-tt-r-4159282 

Автор:
Читайте нас: