Мәҫәлән, киптерелгән ҡара емеш эсәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләй. Ашағандан һуң эс ҡабарыуын да бөтөрә. Калорияһы байтаҡ булыуына ҡарамаҫтан, ошо үҙенсәлектәре арҡаһында уны күп кенә диетала файҙаланалар. Ҡара емеш күҙәнәклеккә, органик кислоталарға, натрий, калий, кальций, фосфор кеүек микроэлементтарға бай. Улар иһә матдәләр алмашыныуын яҡшыртырға, ҡан баҫымын көйләргә булышлыҡ итә. Уны йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн дә файҙаланырға мөмкин.
Финик
Киптерелгән финик – кәнфит урынына бик яҡшы. Үҙе татлы, әммә калорияһы әҙерәк һәм күҙәнәклек күп булыу сәбәпле, эсәктрҙе таҙартырға ярҙам итә. Уларҙы һалҡын тейгәндә, анемия, дистрофия һәм депрессия ваҡытында мотлаҡ ашарға кәрәк.
Әгәр ҙә гел генә кәйефегеҙ булмай һәм хроник арығанлыҡ менән интегәһегеҙ икән, был ниндәйҙер йәшәү өсөн мөһим матдәләрҙең етмәүен аңлата, ә финиктар уларға иҫ киткес бай. Унда кальций, тимер, магний, баҡыр, цинк, фосфор, алюминий, кадмий, кобальт, көкөрт, бор, марганец, А провитамины, P, C, B1, B2, B6 витаминдары һәм бета-каротин күп.