Бөтә яңылыҡтар
10

Ифтарға - тәмле бәлеш

Әфлисундан бик тәмле бәлеш бешерергә була.    

Был бәлеште күптәрегеҙ алманан әҙерләгәне барҙыр. Ә бына әфлисундан бигерәк тә тәмле килеп сыға.

Кәрәк була:

4 йомортҡа, кефир, 160 грамм он, 200 грамм шәкәр, 2 әфлисун ( алманыҡынан айырмалы рәүештә уны таба йәки форма төбөнә бер рәт кенә теҙергә кәрәк).

Бер аш ҡалағы аҡ май, бер балғалаҡ уксуста аш содаһы һалып күпертеп һалабыҙ.

Аҙаҡ уны алдан ҡыҙҙырылған духовкаға ултыртып бешерәбеҙ.

Алманан да, әфлисундан да эшләп ҡарағыҙ, ҡайһыһы һеҙгә оҡшар, яҙырһығыҙ.

Байрам - күңелле, табынығыҙ йәмле үтһен!

Сығанаҡ: "1001 кәңәш" төркөмөнән.

 

Автор:
Читайте нас: