ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
2 Март 2025, 01:13

Ошолай эшләһәгеҙ, манты ҡамыры йыртылмаҫ

Ул билмәнгә, хатта чебурекка ла бара, ти уңған хужабикә.

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә уңған хужабикә Тәскиә Вәғизова үҙе яратып ҡулланған ҡамыр рецебы менән уртаҡлашты.  “Бындай ҡамыр манты, билмән, чебурекка бара”, - тип яҙҙы ул.

Бер стакан ҡайнар һыуға самалап тоҙ, бер стакан он һалып, тиҙ генә болғарға. Унан һуң ике аш ҡалағы үҫемлек майы, ике-өс йомортҡа өҫтәп, он ҡушып ҡамыр баҫырға һәм бер аҙ ял иттереп алырға. Ҡамыр пластилин кеүек булырға тейеш, тип кәңәш итә хужабикә.

Бындай ҡамыр эшләгәндә йыртылмай, туңдырыу өсөн дә һәйбәт, үҙе бик тәмле лә.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас