ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
2 Март 2025, 02:18

Кәбеҫтә менән дөгөнән ҡабымлыҡ

Ял көнөгөҙ йәмле, аштарығыҙ тәмле булһын! Рецепт - яҙмала.     

Байрам һәм ял көндәрендә күптәр ит ризыҡтарынан ялҡып та киткәндер. Ә бына был аҙыҡ тәмле, туҡлыҡлы, файҙалы ғына түгел, еңел әҙерләнеүе менән дә үҙенсәлекле.

Бының өсөн беҙгә кәрәк:

ҡайнатып сығарылған дөгө - 300 грамм,

кәбеҫтә - 300 грамм,

ике йомортҡа,

өс-дүрт аш ҡалағы он,

бер баш һуған,

ҡара борос, тоҙ.

Барыһын да бергә һалып болғатабыҙ һәм кәтлит формаһына килтереп әүәләйбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас