Бының өсөн беҙгә 100 грамм шәкәр (татлы ризыҡ яратһағыҙ, 150-200 грамм алығыҙ), 250 грамм он, 0,5 стакан йылы һөт, 100 грамм аҡ май йәки ауыл ҡаймағы, ике йомортҡа, бер сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) кәрәк.
Иң тәүҙә йомортҡа менән шәкәрҙе туҡырға, артабан башҡа ингредиенттарҙы ҡушырға, он менән ҡамыр ҡабартҡысты иң аҙаҡ өҫтәргә. Миксер ҡулланһағыҙ, эшегеҙ күпкә еңелләшер.
Майланған табала печенье бешерергә. Был рецепт электр ярҙамында эшләгән формалар өсөн дә бара.
Ашығыҙ тәмле булһын!