Кемдең авитаминоз, хәлһеҙлек, анемия, шуларға тәҙрә төбөндә кресс-салат үҫтерергә кәңәш итәм.
Ул тиҙ генә үҫеп сыға, уны хатта балалар ҙа үҫтерә ала.
Ул 2 аҙна эсендә өлгөрә.
Һыу һибеп кенә торорға кәрәк..
Кресс-салат аҙ ҡанлылыҡ, авитаминоз, йоҡоһоҙлоҡ, ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланған кешеләргә файҙалы.
Уны төрлө салат һәм бутербродтарға турап ебәреү ризыҡты витаминдарға байытып ебәрер.
Сығанаҡ: Башдонъя