ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
23 Ғинуар 2025, 07:06

Һоло кеҫәлен әҙерләп эсегеҙ

Был эсемлек ашҡаҙан сирҙәре менән яфаланғанда, бөйөр һәм бауыр эшмәкәрлеген көйләүҙә, ҡандағы холестерин кимәлен кәметеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

Ул шулай уҡ үт һәм бәүел ҡыуығындағы таштарҙы иретеү көсөнә лә эйә.

Өй шарттарында кеҫәлде эшләү өсөн:

  • 1 стакан һоло ярмаһы (геркулес)
  • 5 стакан һыу
  • 1 стакан һөт
  • 3–4 ҡалаҡ бал кәрәк буласаҡ.

Һоло ярмаһына һыу ҡойоп, кеҫәлгә әйләнгәнсе талғын утта бешерәбеҙ. Бешеп сыҡҡан әҙер массаға һөт өҫтәп, бер нисә минут утта тотоп алабыҙ. Масса бер аҙ һыуынғас, бал өҫтәргә була.

Көн дауамында кеҫәлде үҙегеҙ теләгәнсә ашағыҙ. Был файҙалы ризыҡ организмды таҙартып ҡына ҡалмай, энергия өҫтәй, көс һәм дәрт бирә, дөрөҫ туҡланмау арҡаһында йылдар дауамында йыйылған зарарлы матдәләрҙән ҡотолорға ярҙам итә.

Сығанаҡ: "Ауыл уттары".

Автор:
Читайте нас