Тауыҡтың һум ите – 2 киҫәк, 2 дана йомортҡа, 1 банка ҡара һәм йәшел зәйтүн емеше, сыр, майонез, 2 ҡалаҡ он, петрушка, укроп кәрәк.
Тауыҡ итен нәҙек итеп ҡырҡып, төйөп, йомшартырға. Тоҙларға, боросларға, майонез һылап, маринадта ҡалдырырға. Йомортҡаны туғып, ике ҡалаҡ он ҡушып ҡыҙҙырырға. Ике ҡоймаҡ килеп сыға. Уға зәйтүн емештәрен ваҡ ҡына итеп турап һалырға. Йомортҡа ҡоймағын филе өҫтөнә ҡуйырға. Сыр һибергә. Рулет формаһында төрөп, асылып китмәһен өсөн кулинар еп йәки теш таҙартҡыс менән ҡыҫтырып, онда тәгәрәтеп алғандан һуң, майлы табала ҡыҙҙырырға. 40 минут мейестә бешереп алырға ла була.
https://ye102.ru/articles/mahsus/2024-09-23/tele-de-yotorlo-2-02-2024-3658104