ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
21 Ғинуар 2025, 06:57

Картуфығыҙ шыта ла башланымы?

Уның шытымынан һыҙлаған аяҡтарға бик шәп дауа әҙерләп алырға була.

❓Картуфығыҙ шыта ла башланымы?
‼Көйәләнмәгеҙ!
‼ Уның шытымынан һыҙлаған, баҫҡыстан төшкәндә йәки менгәндә тыңламай ыҙалатҡан аяҡтарға бик шәп дауа әҙерләп алырға була.
❗Картуфтың шытымын (ул 4 - 5 см булырға тейеш) ит турағыс аша үткәрегеҙ.
❗ Унан уның һутын һөҙөп алығыҙ.
❗1/2 өлөш менән араҡы менән бутағыҙ. Мәҫәлән, һут ярты стакан икән, уға бер стакан араҡы (көмөшкә) алабыҙ.
❗Яҡшылап быяла һауытта болғатабыҙ.
❗Ошо ҡатнашманы һыҙлаған тубыҡтарға компресс итеп һалабыҙ һәм өҫтөн шәл менән бәйләп ҡуябыҙ.
❗Эффект һиҙелһен өсөн мотлаҡ 7-10 көн эшләргә кәрәк. Бер нисә көндән тағы ҡабатлайбыҙ. Бер нисә курс үткәрергә кәрәк.

 

Сығанаҡ: Башдонъя

Автор:
Читайте нас